+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 18:27

МӘКТӘПТӘ БАЛАЛАРҘЫ АШАТЫУ МӘСЬӘЛӘҺЕ КӨН ҮҘӘГЕНӘН ТӨШМӘЙ

Мәктәптә уҡыған балаларының насар ашатылыуына зарланған ата-әсәләр байтаҡ. Тәмһеҙ, тиҙәр, аштары һыуыҡ, тиеүселәр ҙә бар. Был мәсьәлә Башҡортостан Башлығының айырым күҙәтеүе аҫтында тора, Хөкүмәт контролде көсәйткән. Урындарҙағы хакимиәттәр ҙә талапсанлыҡты арттырған. Һөҙөмтәлә ялыуҙар һаны кәмей икән.

Мәктәптә уҡыған балаларының насар ашатылыуына зарланған ата-әсәләр байтаҡ. Тәмһеҙ, тиҙәр, аштары һыуыҡ, тиеүселәр ҙә бар. Был мәсьәлә Башҡортостан Башлығының айырым күҙәтеүе аҫтында тора, Хөкүмәт контролде көсәйткән. Урындарҙағы хакимиәттәр ҙә талапсанлыҡты арттырған. Һөҙөмтәлә ялыуҙар һаны кәмей икән. Әммә тынысланырға иртә әле. Төрлө ысулдар эҙләнә һәм ҡарала. Шуларҙың береһе – теләк буйынса буфеттарҙа туҡланыу варианты.

Хәҙер мәктәп буфеттарындағы аҙыҡ-түлеккә “Светофор” тигән маркировка һуғырға тәҡдим индерелгән. Хөкүмәттә балалар туҡланыуына бағышланған кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары–иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов был маркировканың Роспотребнадзор тарафынан эшләнеүен белдергән. “Светофор” ризыҡтың ҡабына, уға ҡушылған шәкәр, тоҙ, туйындырылған май кислоталары һәм башҡа өҫтәмәләр миҡдарына ҡарап, ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге билдә йәбештереүҙе күҙҙә тота. Ҡыҙылы иң күп миҡдарҙы аңлата, әлбиттә.

Экобуфеттарҙа урындағы етештереүселәрҙең продукцияһына өҫтөнлөк биреләсәк, тигән етәксе. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә әле 392 буфет бар. Мәктәптәрҙәге аҙыҡ-түлек блоктарының туҙыу дәрәжәһе уртаса 63 процент тәшкил итә.

Фото: АиФ

Читайте нас: