+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2021, 10:04

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”-“АҠ БАРС”. МӨҒЖИЗӘ КӨТМӘГЕҘ.

Ярты йылдан ашыу дауам иткән хоккей марафоны үҙенең аҙағына етеп килә. Уйын ҡағиҙәләре ҡәтғи, плей-офф аяу белмәй, көсһөҙҙәр төшөп ҡала бара, ә ныҡтар алға атлай. “Салауат Юлаев” менән “Аҡ Барс” араһындағы уйындар айырыуса көсөргәнешле бара. Ҡаҙандан ике тапҡыр еңелеп ҡайтыу етмәгәйне, Өфөлә үҙебеҙҙең стеналар ҙа, көйәрмәнләр ҙә ярҙам итә алманы. Әлегә дөйөм иҫәп беҙҙең файҙаға түгел – 0:3. Тағы бер уйын “Салауат Юлаев” өсөн һуңғыһы булыуы бик ихтимал. Әгәр ҡалған уйындарҙа беҙҙекеләр дүрт тапҡыр еңеүгә өлгәшә алһа, быны тик мөғжизә тип кенә баһаларға мөмкин.

“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”-“АҠ БАРС”.
МӨҒЖИЗӘ КӨТМӘГЕҘ.

Ләкин ысынбарлыҡ күпкә аянысыраҡ. “Аҡ Барс” менән “Салауат Юлаев” уйындарының күҙгә бәрелеп торған һығымталары: “Аҡ Барс”тың көслө һаҡсылары Хартикайнен һымаҡ һирәк-мирәк сит илдән һатып алынған йондоҙҙарыбыҙға баш күтәрергә лә ирек бирмәне; беҙҙекеләрҙең уйнау оҫталығы урынына тупаҫлыҡ һәм ҡағиҙәләрҙе боҙоу менән яуап биреүҙәре бер нисек тә ярҙам итмәне.
Яратҡан командабыҙҙың иртәгә еңеүен бик күрге килә, ләкин быны көтәргә һәм ышанырға нигеҙ юҡ. Сөнки көслө, берҙәм команда һәм йәнен фиҙа ҡылырлыҡ уйынсылар юҡ. Боҙ өҫтөнән көс-хәл менән йөрөүсе, аҙым һайын отолоусы, теләр-теләмәҫ уйнаусы сәкән оҫталарының күмәгенә, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2,5 миллиард һум самаһы эш хаҡы алыуы тураһында мәғлүмәттәр дөрөҫ түгелдер. Хәбәрселәр хаталаналарҙыр йәки алдайҙарҙыр, тип шикләнге лә килә.
Ярай инде, ни хәл итәһең, еңгән саҡтарыбыҙ ҙа булды, отолоп та өйрәнгәнбеҙ. Беренсе тапҡыр түгел. Уртаҡ еңеү эргәһендә берләшеп, шатлыҡтарыбыҙ, фатирҙарыбыҙға һыймай, Өфө урамдарына урғылып сыҡҡан мәлдәрҙе беҙ әле онотмағанбыҙ. Киләсәккә өмөт менән ҡарайыҡ! Быйылғы йыл беҙҙеке түгел.
Читайте нас: