+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 18:52

«АСЫҠ ТӨБӘК» МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ ҮҘӘГЕ БИЛДӘЛЕЛЕК ЯУЛАЙ

Үткән аҙнала Рәсәйҙә үткәрелгән «ПРОФ-IT.Инновация» I милли конкурсына йомғаҡ яһалған. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт идаралығын цифрлы үҫтереү министрлығынан хәбәр итәләр.

Үткән аҙнала Рәсәйҙә үткәрелгән «ПРОФ-IT.Инновация» I милли конкурсына йомғаҡ яһалған. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт идаралығын цифрлы үҫтереү министрлығынан хәбәр итәләр.

Башҡортостандың «Асыҡ Төбәк» мәғлүмәт технологиялары үҙәге әҙерләгән «Асыҡ Төбәк» сайттар эшләү платформаһы «Болот сиселештәре» номинацияһында ватан ғәмәлиәттәре араһында өсөнсө урынды алған.

«Асыҡ Төбәк» платформаһы дәүләт һәм муниципалитет структураларының халыҡ менән эш итеүе өлкәһендә кәрәкле программа продукттары, порталдар һәм мәғлүмәт системаларын тиҙ генә эшләп ҡуйыу маҡсатын ҡуя. Платформа һәм уның компоненттары Рәсәйҙең 7 төбәгенә таралған. Уның базаһында төбәктәр хөкүмәттәренең, дәүләт һәм муниципаль властарының, төрлө дәүләт учреждениелары һәм структураларының 600-ҙән ашыу сайты һәм сервисы булдырылған.

«ПРОФ-IT.Инновация» конкурсы йомғаҡтары буйынса иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең цифрлашыуына ыңғай йоғонто яһай торған инновацион ИТ-сиселештәр базаһы төҙөләсәк.

Конкурс Рәсәй ИТ-эшләнмәселәренә үҙ продукттарын таратыуҙа ярҙам итә һәм был өлкәләге иң яҡшы ватан сиселештәрен финанслауҙы яҡшырта.

Читайте нас: