+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 23:46

«БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЙЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ» КОНКУРСЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурстарына йомғаҡ яһалды.

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» һәм төбәк-ара «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурстарына йомғаҡ яһалды.
Ярыштарҙа бөтәһе 190-дан ашыу уҡытыусы ҡатнашҡан. Бына еңеүселәр:
«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсының абсолют еңеүсеһе – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева.
«Татар теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» – Өфө районы Михайловка ауылының А. Алымов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы Динара Харисова.
«Йәш йыл уҡытыусыһы» Өфөнөң 3-сө гимназияһының физика уҡытыусыһы Петр Белобородов.
Башланғыс класс уҡытыусылары араһында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» – Благовещен ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Зинера Ибәтуллина.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе – Өфө районы Дорогин ауылының А. Пикунов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы Таңсулпан Сафетдинова.
Динар Кәлимуллин фотоһы («Башинформ» сайтынан)
Читайте нас: