-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 09:00

ДӘҮЛӘТ ЙЫЙЫЛЫШЫ–ҠОРОЛТАЙҒА ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ ТУРАҺЫНДА ЗАКОН ПРОЕКТЫ ТӘҠДИМ ИТЕЛГӘН

«Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында» закон проектын Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ҡарауына индергән. Улар граждандарҙың был категорияһына айырым хоҡуҡи статус бирергә һәм социаль яҡлау саралары булдырырға тәҡдим итә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев был кешеләрҙең ил үҫешенә үҙ өлөшөн индергәнен онотмаҫҡа, тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә кәрәклеген билдәләгән. Һуғыш балалары статусына яраҡлы кешеләр Башҡортостанда әле 189 меңдән ашыу һанала.
Депутат Римма Үтәшева закон проекты авторҙарының береһе булып тора. Ул законды тиҙерәк ҡабул итеү кәрәклеген билдәләй, сөнки айырым статусҡа лайыҡ кешеләр һаны кәмей, уларға һәр көн ҡәҙерле. Депутат аңлатыуынса, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарҙы һуғыш балалары иҫәбенә индерергә кәрәк. Йәнә уларҙың даими Башҡортостанда йәшәгән булыуы шарт.

Һүрәттә: һуғыш осоронда Асҡын районында балалар, үҫмерҙәр өлкәндәр менән бергә бесән әҙерләй.
Фото: Республика Хәрби дан музейы сайтынан.

Читайте нас: