+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 17:17

ДАУАХАНАҒА КИНЕЗОТЕРАПИЯ ӨҪТӘЛЕ НИМӘГӘ КӘРӘК?

«Һаулыҡ» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш» төбәк проекты буйынса Күмертау ҡала дауаханаһына һәм Туймазы район үәҙк дауаханаһына кинезотерапия өсөн ике өҫтәл алынды. Улар 300 мең һумға төштө.

Кинезотерапия – реабилитацияның һөҙөмтәле ысулы, хәрәкәт күнегеүҙәре уның төп элементы булып тора.– Кинезотерапия табибы өсөн физиотерапия өҫтәле төп ҡорал һанала. Ул массаж һәм махсус күнегеүҙәр яһау өсөн ҡулайлы итеп яһала, – ти медицина учреждениелары белгестәре. – Был өҫтәлдәрҙе эшләгәндә уңайлыҡҡа ғына түгел, кинезотерапия табибына пациенттың кәүҙәһе менән һөҙөмтәле эш итеү, уға һауыҡтыра торған хәрәкәттәрҙе теүәл үтәү өсөн шарт тыуҙырыуға ла иғтибар бирелә.

Читайте нас: