Башҡортостан спортсылары донъя беренселектәрендә уңышлы сығыш яһай. Өфөнән Снежана Прайс фристайл һәм сноуборд буйынса донъя беренселегендә бронза яулаған. Ул фристайлдың «биг-эйр» тигән төрөндә уңышҡа өлгәшкән.
Снежана фристайл менән ни бары өс йыл шөғөлләнә. Уға тиклем туғыҙ йыл буйы эстрада бейеүҙәре түңәрәгенә йөрөгән һәм хореограф булырға хыялланған.
Снежана бер заман Интернетта олимпия резервы мәктәбе тураһында белдереү күрә лә көсөн һынап ҡарарға була. Икенсе күнекмәлә үк ҡыйыу ҡыҙ трамплиндан һикерә. Тренеры Даниил Благодетелев – уның уңышына ҙур өлөш индергән кеше.
17 йәшлек Снежана өсөн әлеге беренселек тәүге халыҡ-ара ярыш булып тора.
Һүрәттә: Снежана Прайс.
Фото Өфө ҡала хакимиәте сайтынан алынды.