+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 11:32
“ИЛҺАМ” ИЛҺАМЛАНДЫРА
21 мартта төрки һәм иран халыҡтары Науруз байрамын үткәрҙе. Уны дөйөм милли байрам итеп Мәскәүҙә лә билдәләгәндәр. Мәскәүҙәге М. Илһамов исемендәге “Илһам” театры бына ете йыл инде баш ҡалала был байрамды үткәреүҙә башҡорт халҡы исеменән ҡатнаша.

Науруз байрамы “Лужники” комплексында үткән.
Байрамдың концерт программаһында Мәскәү башҡорттарының Гөлсинә Батыршина етәкселегендәге “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө сығыш яһаған.
Байрамда милли йолалар, кәсептәр, аш-һыу күрһәтелгән. Әлбиттә, ҙур концерт булған.
Анита Цой, Согдиана, Хор Турецкого һәм башҡа киң билдәле йондоҙҙар байрам ҡунағы сифатында ҡатнашҡан. .
Инстаграмда “Илһам”дың етәксеһе Мәҙинә Илһамова байрамдан
фотолар
ҡуйған.
Шулар араһынан бер фото: башҡорт һәүәҫкәр артистары Анита Цой менән.
Читайте нас: