+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 12:29

“ҠОШТАР” СИПАЙЛОВОНЫҢ ТАҒЫ БЕР БИҘӘГЕ БУЛЫР

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә “Ҡоштар” тигән шартлы атамалы яңы сквер барлыҡҡа киләсәк. Уны һалыуға 84 миллион һум аҡса бүленгән. Был турала Өфө ҡала хакимиәтенең оператив ултырышында мэр урынбаҫары Радмил Мөслимов белдергән.

Сквер быйыл йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Ул Юрий Гагарин урамы буйлап 130-сы мәктәп эргәһендә урынлашасаҡ.

Унда балалар өсөн ижад майҙансыҡтары, спорт майҙансыҡтары, сәхнә, китап уҡыу һәм алмашыу өсөн буккроссинг майҙаны, уйындар һәм арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк.

Әле генподрядсы һайлау өсөн аукционға материалдар әҙерләнә. Һүрәттә: буласаҡ скверҙың макеты.

Видеояҙманан “Башинформ” скриншоты.

Читайте нас: