+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 10:03

ТАШТАЙ НЫҠЛЫ ҠАТЫНДАРҒА АРНАЛА

Кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шағирә Зөлфиә Ханнанованың “Таш ҡатын” тигән шиғырҙар йыйынтығының исем туйы булды.

Кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шағирә Зөлфиә Ханнанованың “Таш ҡатын” тигән шиғырҙар йыйынтығының исем туйы булды. Китапҡа Зөлфиә Ханнанова ижадына хас фәлсәфәүи яңғырашлы әҫәрҙәр ингән. Шағирә һәр ваҡыттағыса халҡы яҙмышы өсөн борсола, тарихына һоҡлана, тормош мәғәнәһе тураһында уйлана.
Йыйынтыҡҡа исем биргән шиғыр – “Таш ҡатын” шиғыры.
Был әҫәр үҙ тормошо менән йәшәй башлаған да инде:
*Рәсәй халыҡтары шиғыр антологияһына индерелгән;
*Алтайҙа үткән Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында шиғырға анализ яһарға ҡушылған;
*Шиғырҙың исеме авторҙың тотош йыйынтығының атамаһы булып киткән.
Быға аңлатма биреп, Зөлфиә Ханнанова ошолай ти:
– Китабымда мин “Кем ул таш ҡатын?” тигән һорауға яуап эҙләйем. Таш – башҡорт әҙәбиәтендә йыш осрай торған образ. Йырҙа ла бит: “Тарих яҙыр инем ташына…” тип йырлана. Таш ҡатын образында ҡатын-ҡыҙҙың рухи ныҡлығын күҙ уңында тотам, ирҙәре менән иңгә-иң терәшеп яуҙа алышҡан ҡатындарҙы күрәм. Ниндәй генә тетрәнеүҙәр булмаһын, ҡатын-ҡыҙ, таштай ныҡлыҡ һаҡлап, йорт-нигеҙенә, һөйөүенә тоғро ҡала, тормош ауырлыҡтарын ире менән тиң күтәрә.
Таш ҡатын һыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фойеһында ла тора. Йыш ҡына алдында туҡтап, уйланып торғаным бар. Һөҙөмтәлә ошо шиғыр тыуҙы.
ТАШ ҠАТЫН
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми үҙәге
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ишеге алдында
урынлаштырылған таш менгерҙе күргәс...
Күҙҙәремә ҡапыл салындың да
Тыныслыҡты минең ҡаҡшаттың,
Сырайҙарың үтә таныш һымаҡ,
Кемдең һыны һиндә, Таш ҡатын?!
Һәйкәл итеп тергеҙерлек булғас,
Ябай булмағандыр асылың,
Йөрәгемә ҡеүәт өҫтәй кеүек
Саҡма таштан ғына хасил һын.
Тәрән мөхәббәтен белгерттеме
Һәйкәлеңде уйған уҙаман,
Килер быуындарҙы уйға һалып
Торғаныңа инде ни заман?!
Һине Аллаһ күреп бер осорҙа
Табындымы әллә мәжүси?
Ҡайғыларҙан ташҡа әйләндеңме,
Йөрәгеңде өттө кем үсе?
Тораташҡа әйләнерлек итеп
Рәнйетте һуң һине, әйт, кемдәр?
Хәйер, күпме генә ялынһам да,
Өндәшмәҫһең, беләм, таш менгер.
Мин кем инде һинең алдарыңда,
Ә шулай ҙа һының бик яҡын,
Сал быуаттар аша икебеҙҙе
Ниҙер бәйләй кеүек, Таш ҡатын!
Тик бер генә ымың етер миңә,
Таш булһаң да, эшлә ишара!
Күңелем бит һинең менән бергә
Яуға сапҡанына ышана.
Сырайҙарың таныш... Йәндә һағыш...
Күтәрергә уны көс етмәй.
Эй ҡатын-ҡыҙ, ҡайһы быуаттарҙа
Йәшәгәнең булды интекмәй?!
Һинең һынды оло сабырлыҡтың
Һәйкәленә хатта оҡшаттым,
Ни булһа ла йәнгә ғәзизһең һин,
Ҡәҙерлеһең миңә, Таш ҡатын!
Һүрәттә: Зөлфиә Ханнанова.
Фото БР Милли китапханаһы сайтынан алынды.
Читайте нас: