+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 13:58

УН ИКЕНСЕ ҠАТТАН ҠОЛАП ТӨШКӘН БАЛА НИ ХӘЛДӘ?

Кисә Өфөнөң Энтузиастар урамындағы 13-сө йорт эргәһендә бейектән ҡолап төшкән бала табылғайны. Ул йәшәгән фатир 12-се ҡатта урынлашҡан.

Кисә Өфөнөң Энтузиастар урамындағы 13-сө йорт эргәһендә бейектән ҡолап төшкән бала табылғайны. Ул йәшәгән фатир 12-се ҡатта урынлашҡан.

Төнгө 11 тирәһендә был турала ҡала мәғлүмәт-диспетчер хеҙмәте хәбәр ала. Тиҙ арала ашығыс ярҙам машинаһы килеп, баланы дауаханаға алып китә.

Өфө Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан алынған мәғлүмәткә ярашлы, алты йәшлек был малай өйҙә бер үҙе булған.

17-се дауаханала уға операция яһайҙар. Эске ағзалары йыртылған, һынған урындары күп ти. Әле хәле тотороҡло ауыр.

Фото: БашДТП (инстаграм).
Читайте нас: