+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2021, 10:54

ВЛАДИМИР ПУТИН БӨГӨН ТАЖЗӘХМӘТТӘН ВАКЦИНА ҠАҘАТА

Дүшәмбе көн тажзәхмәткә ҡаршы вакцина етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһен ҡараған кәңәшмәлә ил Президенты 23 мартта прививка ҡаҙатырға йыйыныуын белдерҙе.

Дүшәмбе көн тажзәхмәткә ҡаршы вакцина етештереү күләмен арттырыу мәсьәләһен ҡараған кәңәшмәлә ил Президенты 23 мартта прививка ҡаҙатырға йыйыныуын белдерҙе.

Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков был белдереүгә аңлатма биргәндә, Путин Рәсәйҙең өс вакцинаһының береһен ҡаҙатасаҡ, улар өсөһө лә һәйбәт һәм ышаныслы, тине.

Президент ҡайһы препаратты һайлағаны, шулай итеп, беҙгә билдәһеҙ. Хәйер, уныһы мөһимме ни? Иҫән-һау булһын, ауырымаһын.

Рәсәйҙә тажзәхмәттән өс төрлө вакцина етештерелә: «Спутник V», «ЭпиВакКорона» һәм кисә кәңәшмәлә иғлан ителгән өсөнсөһө – «КовиВак». Уны Чумаков исемендәге федераль фәнни үҙәк эшләгән.

Владимир Путин кәңәшмәлә «Спутник V» вакцинаһын 55 ил ҡулланыуға рөхсәт алыуы тураһында әйтте.

Һүрәттә: 2021 йылдың 12 февралендә Иранда имам Һомейни исемендәге дауаханала (фарсыса بیمارستان امام خمینی‎) «Гам-КОВИД-Вак» вакцинаһын (йәғни «Спутник V») ҡаҙай башлау тантанаһы.

Фото: Википедиянан.

Читайте нас: