+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 19:09

АПРЕЛДӘН СЕНТЯБРГӘ ТИКЛЕМ ҺАУА ТОРОШО НИСЕК БУЛЫР?

Башгидрометүҙәк апрель-сентябрь айҙарында Башҡортостанда һауа торошо нисек булырына прогноз төҙөгән.

Башгидрометүҙәк апрель-сентябрь айҙарында Башҡортостанда һауа торошо нисек булырына прогноз төҙөгән.

Апрелдә һауа температураһы нормаға яҡын, төньяҡ-көнбайышта ғына норманан юғарыраҡ (норма 3–5 градус) була.

Ҡалған айҙарҙа – норма тәңгәлендә (норма, миллиметрҙарҙа, майҙа 10–14, июндә 16–18, июлдә 17–20, августа 14–18 мм), тик сентябрҙә генә бөтә Башҡортостан территорияһында норманан юғарыраҡ (норма 8–12 градус).

Яуым-төшөм бөтә айҙарҙа ла нормаға яҡын (апрель 20–40, май 30–50, июнь 50–70, июль 50–90, сентябрь 8–12 мм) булыр тип көтөлә; тик августа көнсығыш райондарҙа норманан (норма 14–18 мм) юғарыраҡ булыр тип фараз итә синоптиктар.

Прогноздың дөрөҫләнеү ихтималлығы 65-70% тәшкил итә. Ҡыҫҡаһы, йылы йәйгә өмөт итә алабыҙ.

Һыйыр йылы – туҡлыҡ, ти халыҡ. Моғайын, сәскән-ултыртҡан нәмәләр уңыр, бөтәһе мул булыр. Һыйырлы хужалыҡтар һөтөн-майын да алып торор. Шулай булһын, һатыуҙа ла үҙ ризығыбыҙ тулып ятһын.

Читайте нас: