+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 23:34

БАШҠОРТОСТАНДА ШӘП АТАЙҘАР КОНКУРСЫ ҮТӘСӘК

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» тигән йәмәғәт наградаһын алыуға икенсе республика конкурсы үткәреләсәк. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Проектты республиканың Йәмәғәт палатаһы ойоштора.

«Атай ҡаһарманлығы» наградаһы балаларын күңел һалып тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлаған, йәмғиәтте сафландырыуға өлөш индергән, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү, уңыштарын билдәле итеү маҡсатында булдырылған.
Конкурста Башҡортостанда кәм тигәндә биш йыл йәшәгән, кәм тигәндә биш йыл балалар тәрбиәләгән (шул иҫәптән уллыҡҡа алынғандарҙы) атайҙар ҡатнаша ала.
Лайыҡтарҙы ойошма, предприятие коллективтары тәҡдим итә. Конкурста ҡатнашыр өсөн Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы сайтындағы документтар менән танышырға, тултырырға һәм, «Отцовская доблесть» тигән билдә һалып, [email protected] адресына ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 280-82-36.
Читайте нас: