+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 18:13

БЕР РӘХМӘТ ЙӨҘ БӘЛӘНӘН ҠОТҠАРА УЛ

Быйыл ҡар мул яуҙы, көрттәрҙе бурап-бурап һалды. Кеше ҡар көрәүҙән бушаманы. Йәштәргә, ир-атлы ғаиләләргә еңелерәк, ә ҡарт-ҡороға бер ҙә күңелле булманы был хәл.

Быйыл ҡар мул яуҙы, көрттәрҙе бурап-бурап һалды. Кеше ҡар көрәүҙән бушаманы. Йәштәргә, ир-атлы ғаиләләргә еңелерәк, ә ҡарт-ҡороға бер ҙә күңелле булманы был хәл.

Шуны уйлап, Башҡортостан МЧС-ының Баймаҡ район-ара надзор һәм иҫкәртеү эшмәкәрлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре өлкән йәштәге райондаштарына ярҙамға сығырға ҡарар иткән. Шулай итеп, Йылайыр районының Юлдыбай ауылында, Баймаҡ ҡалаһында ҡотҡарыу хеҙмәте уңғандары, көрәк тотоп барып, байтаҡ йорттар тирәһен ҡарҙан таҙартҡан, һуҡмаҡтар һалған.

Халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалған, иғтибар һәм хәстәрлек өсөн рәхмәттәр уҡыған, ҡыуаныс-шатлыҡтар теләп оҙатҡан.

Был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Фото ла идаралыҡ сайтынан алынды.

Читайте нас: