+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 17:14

КӘСЕПСЕЛӘРГӘ, ҺӨНӘРСЕЛӘРГӘ БЫЛ ТӘҠДИМ ОҠШАР, МОҒАЙЫН

“Башҡортостан” Лайфстайл үҙәгендә «Арт-резиденция» 2-се мобиль күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Бында Өфөнән, Стәрлебаш, Әбйәлил райондарынан 12 оҫта үҙ эштәрен ҡуйған. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

“Башҡортостан” Лайфстайл үҙәгендә «Арт-резиденция» 2-се мобиль күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Бында Өфөнән, Стәрлебаш, Әбйәлил райондарынан 12 оҫта үҙ эштәрен ҡуйған. Был хаҡта БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Күргәҙмә «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм БР-ҙың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы көсө менән ойошторолған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Агентлыҡтың Халыҡ художество кәсептәре үҙәге етәксеһе Татьяна Сайгина менән БР Туризмды үҫтереү үҙәгенең бүлек начальнигы, "Туристик сувенир" проекты етәксеһе Венера Нуриәхмәтова ҡатнашты, күргәҙмәнең әһәмиәте, туризм тармағы өсөн дә мөһимлеге тураһында һөйләне.

Танылған Евразия йырсыһы Зилиә Бәхтиева, ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов үҙҙәренең сығыштары менән күргәҙмәнең милли төҫмөрҙәрен байытып ебәрҙе.

1-се «Арт-резиденция» мобиль күргәҙмә-йәрминкәһе 2020 йыл аҙағында Ҡунаҡһарайҙа асылғайны. Ул быйыл йыл буйы эшләйәсәк.

Халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрселек өлкәһендә эшләгән һәм «Арт-резиденция» йәрминкәһендә урын алырға йә әйберҙәрен һатыуға ҡуйырға теләгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ғариза бирә ала.

Ғаризалар [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон: +7 917 745 17 83.

БР-ҙың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы Халыҡ художество кәсептәре үҙәгенең телефоны: 8(347)224-99-99 өҫт. 301.

Читайте нас: