-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 17:40

ТАБИПТАРҘЫ ҺӘМ ФЕЛЬДШЕРҘАРҘЫ АУЫЛДАРҘА КӨТӘЛӘР

2024 йылға Рәсәй поликлиникаларында табиптар һәм урта медицина персоналы штаты ихтыяждың кәм тигәндә 95 проценты кимәлендә тулыландырыласаҡ, ә 2024 йылдың аҙағына тиклем табиптар һаны 10 процентҡа күберәк буласаҡ, тип яҙа «АиФ» баҫмаһы.

2024 йылға Рәсәй поликлиникаларында табиптар һәм урта медицина персоналы штаты ихтыяждың кәм тигәндә 95 проценты кимәлендә тулыландырыласаҡ, ә 2024 йылдың аҙағына тиклем табиптар һаны 10 процентҡа күберәк буласаҡ, тип яҙа «АиФ» баҫмаһы.
Был үҫеш «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Земство табибы» һәм «Земство фельдшеры» программалары арҡаһында мөмкин буласаҡ.
«АиФ» Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә был программалар эшенә миҫалдар килтерә һәм Башҡортостандың Дүртөйлө район дауаханаһына эшкә килгән терапевт Зилә Юнысова тураһында һөйләй.
Зилә Хәйҙәр ҡыҙы 2009 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Шунан Салауат ҡалаһының 2-се поликлиникаһында участка терапевы булған. Ә былтыр Дүртөйлө үҙәк дауаханаһы баш табибы саҡырыуы буйынса районға күскән. «Земство табибы» программаһы буйынса бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүе алған.
«Земство табибы» – ауыл еренә күскән медицина хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ итеү программаһы. Уның буйынса табиптарға 1 миллион һумға тиклем, ә «Земство фельдшеры» программаһы буйынса килгән фельдшерҙарға 500 мең һумға тиклем компенсация аҡсаһы түләнә. Был программа 2012 йылда эшләй башлағайны, ул әле лә ғәмәлдә.
Фотола: Зилә Юнысова.
Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: