+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 12:55

ҒАЛИМ РАФАЭЛЬ ИСМӘҒИЛЕВ ҒҮМЕРЕН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ФӘНЕНӘ АРНАҒАН

«Салауат Юлаев» тип аталған яҙғы бойҙай сорты авторҙарының береһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы ғалим Рафаэль Исмагилов бөгөн, 25 мартта, 75 йәшен билдәләй.

«Салауат Юлаев» тип аталған яҙғы бойҙай сорты авторҙарының береһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы ғалим Рафаэль Исмагилов бөгөн, 25 мартта, 75 йәшен билдәләй.

Ғалим «Ватан» яҙғы бойҙайы сортын, «Шихан» кукуруз гибридын сығарыуҙа ла ҡатнашҡан. Һуңғы йылдарҙа «Картуфтың юғары уңышлы сорттарын селекциялау һәм вирусһыҙ нигеҙҙәге орлоҡтарын булдырыу» комплекслы ғилми-техник проектын эшләгән һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша.

Нуриман районы Байгилде ауылында 1951 йылда тыуған Рафаэль Исмәғилев Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Үҫемлекселек кафедраһында аспирантурала уҡый. Шунан бирле төрлө ауыл хужалығы культураларын камиллаштырыу менән шөғөлләнә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан дәүләт аграр университетында кафедра етәксеһе була. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Рафаэль Ришат улы Исмәғилевтең хеҙмәттәре Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре, БР фән һәм техника өлкәһендәге премия һәм башҡа наградалар менән билдәләнгән.

Һүрәттә: Рафаль Ришат улы (уңдан икенсе) баҫыуҙа.

Фото һәм мәғлүмәт: «Башинформ».

Читайте нас: