0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 20:33

ҠАРА КӨН Хикәйә Һигеҙенсе бүлек

Әғләм бер заман үҙенә-үҙе ышанмай ҡул-аяҡтарын тотҡолап ҡарай башланы, сәсен тартты, һалынып төшә башлаған ҡорһағын семетте. Юҡ, һис тә төш түгел. Сәсе ауыртып йолҡондо, эсендә ҡыҙарып тырнаҡ эҙҙәре ҡалды. Эргәһенә Зәкинәһе килеп сыҡты. Эсендәге тырналған эҙҙәрҙе күреп, был нимә, тип аптыранды. – Ә-ә, үҙем шунда, тырнаған булғайным, – тип ҡул һелтәне ире. Ҡатыны ышанманы, тотҡолап ҡараны. – Нисек инде бер ҙә юҡтан эсеңдә тырнаҡ эҙҙәре барлыҡҡа килә ул? Әллә һинең берәйһе бармы? – Юҡ-юҡ, һинән башҡа бер кем дә юҡ, – тип ире тубыҡланды, алдына башын һалды. – Ярай, уның ҡайғыһы юҡ әле, – тине ҡатыны. – Был ниндәй тәңкә ул? Беҙҙең олатай бик хәлле кеше булған. Унан хатта самауыр тороп ҡалды беҙгә. Бер сикәһенә батша үҙе төшөрөлгән, икенсе сикәһендә бисәһе. Күңелем һиҙә башланы, был тәңкә әле һатылмаған, байтаҡ ҡына зыян да килтереп өлгөрҙө беҙгә.


ҠАРА КӨН
Хикәйә


Һигеҙенсе бүлек

Әғләм бер заман үҙенә-үҙе ышанмай ҡул-аяҡтарын тотҡолап ҡарай башланы, сәсен тартты, һалынып төшә башлаған ҡорһағын семетте. Юҡ, һис тә төш түгел. Сәсе ауыртып йолҡондо, эсендә ҡыҙарып тырнаҡ эҙҙәре ҡалды. Эргәһенә Зәкинәһе килеп сыҡты. Эсендәге тырналған эҙҙәрҙе күреп, был нимә, тип аптыранды.

– Ә-ә, үҙем шунда, тырнаған булғайным, – тип ҡул һелтәне ире.

Ҡатыны ышанманы, тотҡолап ҡараны.

– Нисек инде бер ҙә юҡтан эсеңдә тырнаҡ эҙҙәре барлыҡҡа килә ул? Әллә һинең берәйһе бармы?

– Юҡ-юҡ, һинән башҡа бер кем дә юҡ, – тип ире тубыҡланды, алдына башын һалды.

– Ярай, уның ҡайғыһы юҡ әле, – тине ҡатыны. – Был ниндәй тәңкә ул? Беҙҙең олатай бик хәлле кеше булған. Унан хатта самауыр тороп ҡалды беҙгә. Бер сикәһенә батша үҙе төшөрөлгән, икенсе сикәһендә бисәһе. Күңелем һиҙә башланы, был тәңкә әле һатылмаған, байтаҡ ҡына зыян да килтереп өлгөрҙө беҙгә.

– Ниндәй зыян һөйләйһең? – тип аптыранды ире.

– Апайыма 20 мең бирҙек. Ишеккә 21 мең. Бына һиңә 41 мең. Теге затлы тимер һыныҡтары йыйыусы менеджер 10 процент һораны. Ул аҡсаны ҡайҙан алабыҙ?

Әғләм аптыранып ҡатынына ҡараны. Бәй, был ҡатын еңеләйеп бара түгелме һуң? Әғләм үҙендә лә ниндәйҙер үҙгәрештәр һиҙҙе. Ысынлап та, был тәңкә түгел, бер шайтан ҡотҡоһо түгел микән? Икеһе лә, күҙ алдында холоҡ-фиғелдәре үҙгәреп, кешелек сифатын юғалтып баралар түгелме һуң? Тәңкә түгел, бер бәлә булды. Әғләм үҙенең элекке тормошон һағынғанын аңланы. Бер ниндәй тәңкәһеҙ ҙә бына тигән йәшәп ятҡандар ҙа баһа. Ләкин хәҙер артҡа сигенер юл юҡ. Күпер емерелде. Хәҙер алға, тик алға! Ярай, 10 миллион бирҙе, ти. Бер миллионын менеджерға тотторһа, ҡалған 9 миллионын нисек хәл итер? Банкҡа һалырмы? Өйөндәге ике сумаҙанының береһен бушатып, шунда һаҡлармы? Туҡта, балконда бер иҫке феләк ултыра. Бәлки, шунда тултырырға ла ауыҙын сырмап бәйләргә кәрәктер? Ҡайҙан бер-ике метр алтылы тимерсыбыҡ табырға? Һин иҫәр ниндәй иҫке феләк һөйләйһең? Феләгеңде бит кеше ҡултығына ҡыҫтырып алып китә ала. Уф, әллә был бисәгә 10 миллион тураһында әйтергә лә ҡуйырға микән? Юҡ, әлегә ярамай. Әғләм әйтергә, ә ҡатыны был хаҡта ишетергә әҙер түгел. Ул миллиондар арҡаһында һәләкәт булыуы ихтимал.

Шул ваҡыт Әғләмдең, йәш саҡтағы һымаҡ бер шешә араҡы алып, ауыҙынан ғолҡолдатып эскеһе һәм, кәйефкә бирелеп, онотолғоһо килде. Ах, ул һалҡынса араҡының аш юлы буйлап ашҡаҙанына төшөп йәйелеп китеүе! Ҡан тамырҙары буйлап һулҡылдай-һулҡылдай таралыуы! Ауыҙынан шылағайы аҡты, уныһын көс-хәл менән йотоп ебәрҙе (“Һәнәк” эсеүгә ҡаршы). Һин нимә һөйләйһең, йүләр? Миллиондар яҙмышы хәл ителгәндә ниндәй эсеү булһын ул?! Ярай әле теге алтын һыныҡтары йыя торған менеджер ҡайҙа йәшәгәнен белмәй. Күптән килеп баҫыр ине. Ул белмәгәнгә генә улар ҡатыны менән икеһе әле тере. Әғләм барып тимер ишекте тотҡолап, ныҡлығын тикшереп ҡараны. Былай тос күренә. Тиҙ генә инерлек түгел.

Әғләм уйлана, икеләнә, ҡурҡа. Ғүмер буйы йәшәп, ун миллион түгел, ун мең һум да ҡулдарына бик һирәк эләкте. Йөҙ меңдең нисек ҡыштырлағанын әле һаман ишеткәне юҡ. Быға тиклем шул аҡса менән дә ниндәй тыныс һәм рәхәт йәшәгән. Көнө буйы эшләп, арып ҡайтаһың да яҡындарың менән, дуҫтарың менән бер яртыны кәгәһең дә йоҡларға ятаһың. Бер ҡайғы-хәсрәт, мәшәҡәт юҡ. Донъя түңәрәк һәм тып-тыныс.

Өйҙә алтын тәңкә бар. Шул тәңкә Әғләмгә һәм бисәһе менән сабыйына бер ауырлыҡһыҙ донъя көтөргә, үҙҙәрен кеше итеп тойорға мөмкинлек бирәсәк. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, туғыҙ миллион уның ҡарамағында ҡаласаҡ. Әйтеүе генә анһат, туғыҙ миллион. Күнәктәге йәки ҡапсыҡтағы бойҙай бөртөктәренең һаны нисә миллион була икән? КамАЗ-дарҙың иген ташығанын күргәне бар. Бер КамАЗ-да нисә миллион дана бойҙай бөртөгө элеваторға килә икән? Ә бында бойҙай бөртөгө түгел, аҡса, һумдар хаҡында һүҙ бара.

Әғләмдең әсәһе улын һәр ваҡыт яратты, минең улым башлы, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә, ҡушыуҙы ла, алыуҙы ла, бүлеүҙе лә яҡшы үҙләштерҙе, тип маҡтай торғайны.

Әғләм аҡсаны нисек тотоноу хаҡында баш вата башланы. Миллион-миллион ярымға машина алырға мөмкин, өр-яңынан. Кеше иҫкеһенә ҡыҙыҡмаҫҡа кәрәк. Алғас-алғас, яңы булһын. Өфө эргәһендә өйҙәр һатыла, ике-өс миллиондан өс-дүрт миллионға тиклем. Бына һиңә дүрт-биш миллион тишек күнәктән аҡҡан һыу һымаҡ ағып та бөттө. Һин нимә һөйләйһең, наҙан, аҡса килеп эләккәс, кеше иң тәүҙә машина менән өй һатып аламы ни? Һин тағы, йәш бисә алам, тип хыяллан, йәме! Шул инде, башҡорт байыһа, бисә ала, урыҫ байыһа, өй һала. Ҡатын алһаң, ҡотон ал. Бындай мәҡәлдәр беҙҙең халыҡта юҡтан ғына сыҡмаған бит инде. Ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған да беҙҙеке бит әле.

Әғләм үрелеп сәғәтенә ҡараны, туғыҙ тулып үткән икән. Иртәгә сәғәт өстә киләм, тине. Ун һигеҙ сәғәттән кәмерәк ваҡыт ҡалды. Ваҡыт та аҡҡан ҡом һымаҡ, үтеп кенә бара шул. Иртәгә эшкә барырға. Нисауа, эше ҡасмаҫ. Иртән генә шылтыратыр ҙа әйтер, прорабҡа берәр литр коньяк ултыртырға тура килмәгәйе. Ә ниңә бер литр? Бер ярты ла еткән. Аһ, әле төндө сығырға кәрәк бит әле. Шул тиклем байлыҡ менән нисек тыныс ҡына йоҡлап ятаһың? Ҡояш байыны, киске эңгер-меңгер. Һаҡ ҡына үрелеп, тәҙрәнән ҡараны. Уф Хоҙайым, теге Жигули урынында бер джип ултыра бит! Тәҙрәләре ҡараңғылатылған, эргәһендә бер кеше арты менән торған да әллә тәмәке тарта, әллә һыу эсә.

Әғләм ҡатыны эргәһенә сыҡты, уны ҡосаҡлап алды, арҡаһынан яратты.

– Нисек? Тынысмы? – тине уныһы хәлһеҙ генә тауыш менән.

– Тыныс. Бөтәһе лә урынында, – тип мөңгөрләне ире.

– Әгәр ошо эштең осона имен-аман сыҡһаҡ, мул ғына итеп хәйер өләшер инем, – тине ҡатыны.

– Мин дә шул хаҡта уйлап торам, – тине ире.

– Тәүҙә беҙҙең ауылға барырбыҙ, шунан һеҙҙең ауылға, – тине ҡатын.

– Мин риза, – тине ире. – Тик тәүҙә машина һатып алайыҡ.

Ҡатыны ирен ҡосаҡлап бер үпте лә:

– Һиңә көндән-көн нығыраҡ ышанам. Ҡурҡмайһың, тәүәккәлһең бит әле, – тип маҡтаны ирен.

Ир ятҡан ерҙән генә бер илегә үҫеп киткәндәй булды. Йә инде, ошо урында ҡатынына бөтә дөрөҫөн һөйлә лә ҡуй бит инде. Ә ул һаман ҡурҡа, шик-шөбһәләренән арына алмай. Икенсе ятҡан, нәфсеһе ҡыҫып тора. Ә бер ҡараһаң, был тәңкәнән килгән төшөм икеһенә лә артығы менән етә. Ә тотона башлаһаң, бер кешегә лә етмәй. Алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта, ти, өндәшмәй торһон әле.

Тышта тамам ҡараңғыланды. Ир үрелеп урамға ҡараны һәм йығылып китә яҙҙы: джип, ә уның эргәһендә туҙып бөткән “Жигули” ултыра ине.

Дауамы бар.

____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: