+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 16:48

БАШҠОРТОСТАНДА ДӘҮЛӘТ МАТБУҒАТ БАҪМАЛАРЫ ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЙҺОНОУЫНА КҮСЕРЕЛӘ

Һуңғы ваҡытта Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығына һәм киң мәғлүмәт сараларына иғтибар етешмәй. Шунлыҡтан ведомство етәкселәренең һәм Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының туранан-тура бәйләнештә булыуы кәрәк, тип иҫәпләй Хөкүмәт етәксеһе Андрей Назаров. Был хаҡта «Башинформ» хәбәр итә.

«Консерватизм һәм ауылда йәшәгән кешеләрҙең күплеге беҙгә дәүләт киң мәғлүмәт сараларын һаҡларға мөмкинлек бирә. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәтте һәм яңылыҡтарҙы бөтәһе лә уҡый алмай, — ти Хөкүмәт премьер-министры. – Дәүләт баҫмаларының һөҙөмтәлелеге юғарыраҡ булырға тейеш. Әгәр бөгөн дәүләт киң мәғлүмәт баҫмаларына күпме бүленгәнен һәм шәхси баҫмаларҙың үҙ-ара эш итеүен һанаһаҡ – ер менән күк араһы булыр. Миңә был мәсьәләнең төбөнә төшөргә кәрәк. Бәлки, бөгөн максималь һөҙөмтәлелек тә барҙыр».

Дәүләт баҫмаларын премьер-министрға буйһондороуҙы Андрей Назаров «йүнәлешкә өҫтәмә статус кәрәклеге» һәм баҫма етәкселәре менән хөкүмәт башлығының туранан-тура эш итеү ихтыяжы менән аңлата.

Читайте нас: