+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 12:31

ХӘРБИ ОСОУСЫ ҺӘЛӘК БУЛҒАН

«Учалинская газета» хәбәр итеүенсә, авиация майоры, полк штурманы Денис Солтанов Калуга янындаға аэродромда Ту-22 бомбардировщигында һәләк булған. 23 мартта Ту-22М3 самолетында планлы осошҡа әҙерләнгәндә көтмәгәндә катапульта системаһы эшләп киткән.

«Учалинская газета» хәбәр итеүенсә, авиация майоры, полк штурманы Денис Солтанов Калуга янындаға аэродромда Ту-22 бомбардировщигында һәләк булған.
23 мартта Ту-22М3 самолетында планлы осошҡа әҙерләнгәндә көтмәгәндә катапульта системаһы эшләп киткән.
Парашюттар асылыу өсөн бейеклек етерлек булмағанлыҡтан экипаж ағзалары ергә бәрелеп ҡаты имгәнгән һәм һәләк булған, тип аңлатҡандар Рәсәй Оборона министрлығында. Рәсәй Хәрби-космос көстәре комиссияһы тикшереү башлаған.
Денис Дамир улы Учалыла тыуып үҫкән, Силәбеләге штурмандар әҙерләй торған Ҡыҙыл байраҡлы юғары хәрби авиация училищеһын (хәрби институт) тамамлаған. Майор II һәм I дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Хәрби хеҙмәттәге отличие өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградланған. 36 йәштә булған.
Ата-әсәһе Зөлфиә менән Дамир Солтановтар ғаиләһендә өс ул була. Өсөһө лә хәрби профессия һайлай. Руслан да Дамир ағаһы уҡыған вузды тамамлай. Каменск-Уральскиҙа хеҙмәт итә, капитан. Данил, Магнитогорск техник университетын тамамлап, Силәбеләге авиабазала хеҙмәт итә, старшина.
Денис Дамир улының ҡатыны һәм ике бәләкәс улы етем ҡалған. Йәне йәннәттә булһын, яҡындарына Хоҙай түҙем бирһен.
Һүрәттә: Солтановтар ғаиләһе. Улдары ата-әсәһе менән. Денис Солтанов – уңдан беренсе.
Фото: «Учалинская газета»нан.
Читайте нас: