Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһындағы нәфис фильмдың ижади төркөмө 29 мартта уны төшөрә башлай. “Шағир көндәлеге” нәфис фильмы – республикала халыҡ ярҙамы менән төшөрөләсәк тәүге фильм.
2019 йылда халыҡҡа фильмға аҡса ярҙамы кәрәклеге тураһында иғлан ителде, шунан бирле 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған.
Пандемия арҡаһында туҡталып торған эш яңыртылған. Бөгөн “Башинформ” агентлығында киноны төшөрә башлау тураһында матбуғат конференцияһы үткән. Уның режиссеры – Булат Йосопов. Фильм – “Беренсе Республика” тигән трилогияның өсөнсө өлөшө. Тәүге икеһе – “Бабич” һәм “Беренсе Республика”. Сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.
Фильм “Прогресс” Башҡортостан етештереү берекмәһендә һәм Шишмә районында төшөрөләсәк.