+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2021, 15:50

СИҘӘКБАШТА КЛУБТЫ ЯҢЫРТАЛАР

Бишбүләк районы Сиҙәкбаш ауыл мәҙәниәт йорто бик иҫкергәйне. Эсе-тышы, коммуникация селтәрҙәре туҙған. Етмәһә, ҡыйығы яҫы итеп ябылғанлыҡтан, башына көрт өйөлөп йонсота.

Бишбүләк районы Сиҙәкбаш ауыл мәҙәниәт йорто бик иҫкергәйне. Эсе-тышы, коммуникация селтәрҙәре туҙған. Етмәһә, ҡыйығы яҫы итеп ябылғанлыҡтан, башына көрт өйөлөп йонсота.

Ниһайәт, «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамы менән клубты яңыртыу эштәре башланып китте. Төҙөлөш ойошмалары араһында үткәрелгән конкурста подрядсы асыҡланды, Бәләбәй ҡалаһынан бер төҙөлөш фирмаһы еңде.

Әлеге мәлгә төҙөлөш материалдары ташылған, төҙөүселәр эште башлаған. Ҡыйыҡты тулыһынса үҙгәртәсәктәр, тәҙрә-ишектәрҙе, йылытыу системаһын алмаштырасаҡтар. Был эштәрҙе июнь уртаһына ослау планлаштырыла. Хаҡы 3,5 миллион һумға төшә. Эштәр республика һәм район бюджеттарынан, шулай уҡ шәхси инвестициялар иҫәбенә финанслана.

Читайте нас: