+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 14:16

«АГРОДИНАМИКА» УРАЛ АРЪЯҒЫ РАЙОНДАРЫНА БАРА

«Агродинамика» компаниялар төркөмө Урал аръяғында 10 мең гектарҙа яһалма һуғарыу селтәре төҙөргә йыйына. Ул Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла райондарында эш итергә планлаштыра. Тәҡдимде компания Башҡортостан башлығы үткәргән «Инвестсәғәт»тә яһаған.

Һуғарылған баҫыуҙарҙа кукуруз менән соя үҫтереләсәк. Финанслау программаһы 2030 йылға тиклем ваҡытты ала һәм 4 миллиардтан ашыу аҡса һалыуҙы күҙаллай.

Инвесторҙар тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу, һуғарыу ярҙамында һауа торошо ҡырыҫлыҡтарына ҡаршы тороу, республиканың экспорт ҡеүәтен арттырыу, 200 эш урыны булдырыу менән шөғөлләнәсәк.

Компания вәкиле проекттың финанс директоры Анастасия Калягина Һарытау өлкәһендә ҡоролоҡло биләмәләр менән эш итеү тәжрибәһе барлығын белдергән.

Радий Хәбиров проекттың эсәр һыуға кире йоғонтоһо нисек булыры менән ҡыҙыҡһынған һәм Ауыл хужалығы министрлығына, проектҡа экспертиза үткәреп, ыңғай баһа бирелгән хәлдә, инвесторға булышлыҡ күрһәтергә ҡушҡан.

Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Читайте нас: