-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 11:36

ҠАРА КӨН Хикәйә Туғыҙынсы бүлек

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәре дөрөҫ шул. Әғләм төнө буйы йөрөп сыҡты. Теге машиналар икеһе лә ултыра. Эргәһенән хәрәкәт өҙөлмәй. Шаҡ та шоҡ ишектәрен асалар ҙа ябалар. Хатта утын ялпылдатып, полиция машинаһы килеп туҡтаны. “Хоҙайым, былар бит ныҡтан тотонған”, – тип ҡото осто Әғләмдең, полицейскийҙарҙы күргәс. Ярай, прораб менән һөйләшеп, отгул хаҡында килештеләр. Тик иртәгә Әғләмгә коньяк түгел, бер литр араҡы алып барырға тура киләсәк. Зәкинәнең дә хәле яҡшынан түгел, уға табипҡа барып күренергә кәрәк. Ә ул, ишек асып сығырға ла ҡурҡып, өйөндә ултыра. Ярай, Әғләме был мәсьәләне тиҙ генә хәл итте. Такси саҡыртты ла икәүләшеп сығып ултырҙылар ҙа юҡ булдылар. Теге джип менән “Жигули”ҙа ултырғандар ауыҙҙарын асып япҡылағансы, дауаханаға барып та килделәр.


ҠАРА КӨН
Хикәйә


Туғыҙынсы бүлек


Ҡурҡҡанға ҡуш күренә тигәндәре дөрөҫ шул. Әғләм төнө буйы йөрөп сыҡты. Теге машиналар икеһе лә ултыра. Эргәһенән хәрәкәт өҙөлмәй. Шаҡ та шоҡ ишектәрен асалар ҙа ябалар. Хатта утын ялпылдатып, полиция машинаһы килеп туҡтаны. “Хоҙайым, былар бит ныҡтан тотонған”, – тип ҡото осто Әғләмдең, полицейскийҙарҙы күргәс.

Ярай, прораб менән һөйләшеп, отгул хаҡында килештеләр. Тик иртәгә Әғләмгә коньяк түгел, бер литр араҡы алып барырға тура киләсәк.

Зәкинәнең дә хәле яҡшынан түгел, уға табипҡа барып күренергә кәрәк. Ә ул, ишек асып сығырға ла ҡурҡып, өйөндә ултыра. Ярай, Әғләме был мәсьәләне тиҙ генә хәл итте. Такси саҡыртты ла икәүләшеп сығып ултырҙылар ҙа юҡ булдылар. Теге джип менән “Жигули”ҙа ултырғандар ауыҙҙарын асып япҡылағансы, дауаханаға барып та килделәр.

Ҡайтһалар, джиптан да, “Жигули”ҙан да елдәр иҫкән. Уның ҡарауы, өйҙән ситтәрәк күләгәлә тағы ла бер иномарка барлыҡҡа килде. Бындай шарттарҙа нисек йоҡлап ятаһың да нисек эшкә бараһың? Етмәһә, тегеләр килеүгә бер аҙ өҫтәл ҡороп ҡуйырға кәрәктер әле. Зәкинәһе, Әғләмде яуға оҙатҡан һымаҡ, илап тороп ҡалды. Хатта урамдағы кешеләрҙе аптыратып, балконға сығып: “Әғләм, тиҙерәк ҡайт, мин һине көтәм”, – тип илай-илай ҡысҡырҙы. Ире нисек йүгереп сығып китһә, шулай йүгереп ҡайтып та керҙе.

Ҡайтып кергәйне, теге яңы ишекте аса алмай ҙа ҡуя бит. Зәкинәһе, ире юҡта килеп керһәләр тип, ишектең боролорҙайын бороп, хатта арҡыры тимерен дә һалған да, кире аса алманы ла ҡуйҙы. Аптырағас, ишек салонына кире барырға, ярҙам һорарға тура килде. Бандит ҡиәфәтле менеджер, өс меңде кеҫәһенә һалып ҡуйғандан һуң, ишек эргәһенә килде лә асҡысты бер бороп, ниндәйҙер кнопкаға баҫыуға, ишек бер ҡаршылыҡһыҙ асылды ла ҡуйҙы. Бына һиңә серле ишек!

– Әгәр тотона белмәһәгеҙ, бындай ишектәр һеҙҙең өсөн түгел, – тине ул фатир эсендәге иҫке диванға, туҙып бөткән стенкаға күҙ ташлап.

Әғләм керҙе, өҫтәл ябыштыра башланылар. Ул арала булмай, теге алтын һыныҡтары менеджеры клиентты эйәртеп килеп тә инде. Уныһы бер түгел, ике һаҡсы эйәрткән. Килеп инделәр, паспорттарын ҡаранылар, мәғлүмәттәрен яҙып алдылар. Зәкинә:

– Тәүҙә аҡсағыҙҙы күрһәтегеҙ, – тип ныҡыша башланы. Клиент, ҡара күҙлеген бер сисеп, бер кейеп, ҡатынға ҡараны ла һаҡсыларының сумаҙан тотҡанына ымланы. Тегеһе, фокус күрһәткән һымаҡ, бер дипломат аҡсаны Зәкинә менән Әғләмдең күҙе алдынан үткәрҙе. Клиенттың алдына тәңкәне һалдылар. Әғләм – бер яҡтан, Зәкинәһе икенсе яҡтан клиенттың тәңкәне тегеләй-былай әйләндергәнен, фотоға төшөргәнен, күсермәһен алғанын ҡарап торҙолар.

Аҙаҡ Әғләм, тәңкәне алып, төпкө бүлмәгә үтте һәм ҡатыны менән икеһе генә белгән урынға йәшәреп ҡуйҙы. Аш-һыу өҫтәле артыҡ булып сыҡты. Сәй-кофе түгел, һалҡын һыу ҙа эсмәнеләр. Барыһын да үҙҙәре менән алып килгәндәр икән. Хужалары, бик олпат ҡарт кеше, күҙлеген систе лә, хужа менән хужабикәгә ҡарап: – Һеҙҙең тәңкәгеҙ миндә шик тыуҙырҙы. Уның һаҡланышы бик юғары кимәлдә. Ғәҙәттә бындай аҡсалар бик әрһеҙ ҡулланыла, туҙа, шулай булғас, беҙҙең шикләнергә урыныбыҙ бар.

– Һеҙ быны нимәгә нигеҙләнеп әйтәһегеҙ? – тине Әғләм.

– Әгәр һеҙҙең тәңкә әйләнештә булһа, ҡулдан-ҡулға йөрөһә, унда теш эҙҙәре булыр ине. Ә һеҙҙекендә теш эҙҙәре юҡ.

Әғләм аптыранды:

– Нимә, һеҙҙеңсә, беҙ уның ысын икәнен раҫлар өсөн ит йә икмәк менән бергә ҡуша сәйнәргә тейеш инекме?

– Юҡ, һис тә юҡ, – тип урынынан һикереп тора яҙҙы клиент. – Тәңкә хужаһын алыштырған һайын, уның ысынлығын билдәләүҙең бер генә юлы бар: уны тешләп ҡарарға кәрәк. Шул осраҡта һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә эҙ ҡала. Хатта уның күренеүе лә мотлаҡ түгел, өҫтөн һыпырғанда бармаҡ битенә генә тойолоуы бар.

– Хәҙер беҙгә нимә эшләргә инде? – тине Әғләм.

– Мин уның ҡайҙан килеүен белергә теләйем, – тине һатып алыусы.

Әғләм Зәкинәһенә ҡараны.

– Был тәңкә беҙҙең өйҙә ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ һаҡланды, – тип башланы Зәкинә. – Олатайҙың олаталары француз яуында ҡатнашҡан, көмөш миҙал тағып ҡайтҡан. Аҙағыраҡ дворян ҡатламына ҡабул иткәндәр. Олатайҙың олатайҙарының береһе Николай батша таж кейгән тантанала ҡатнашҡан. Шунда бүләк сифатында ошо тәңкәгә лайыҡ булған.

Зәкинә һөйләгәндәрҙе һатып алыусы бик ентекләп яҙып алды. Олатайҙың олаталарының исем-шәрифтәрен теркәп ҡуйҙы. Тыуған районын-ауылын ҡағыҙға төшөрҙө. Һатып алыусы бының менән генә сикләнмәне, Зәкинә менән Әғләмде ҡосағына алып, селфи төшөрөргә ҡарар итте.

– Беҙ һеҙҙең менән хәҙер бер туғандар һымаҡ, – тине ул, – сөнки беҙҙе хәҙер бер тәңкә берләштерә.

Әҙһәм иң йылы һүҙҙәрҙән дә иреп төшмәне. Һүҙ араһында: “Аванс буламы?” – тип өндәшеп өлгөрҙө.

– Аванс?

– Эйе, аванс.

Һатып алыусы дипломатлы һаҡсыһына бер генә күҙ ташланы. Уныһы бер һүҙ өндәшмәй хужабикәнең ҡулына бишәрлектәр тотторҙо.

Аҡсаның 100 мең һум икәнен күргәс, Зәкинәнең тыны ҡыҫылып ҡуйҙы. Бик йомарт ҡыланалар, быларға ышанып буламы икән?

Һатып алыусы бында хужа – хужа түгеллегенә, хужабикәнең хужа икәнлегенә төшөндө һәм күберәк Зәкинәгә ҡарап һөйләне.

– Ханым, һеҙҙең исем-фамилияғыҙ һирәк аҡсалар йыйыусы кешеләр донъяһын яҡтыртҡан тарих китабына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ, сөнки һеҙ һәм нәҫел-ырыуығыҙ тормошобоҙҙоң матди байлыҡтарының береһе булған тәңкәне ҡаһармандарса һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән. Был тәңкәгә беҙҙең тарихыбыҙ яҙылған. Уны беҙ күҙ ҡараһындай һаҡлайбыҙ һәм киләсәк быуындарға еткерергә тырышабыҙ. Шуның өсөн һеҙҙең нәҫел-ырыуығыҙға хатта халыҡ исеменән рәхмәт белдерәм. Ә инде тәңкәгә килгәндә, миндәге мәғлүмәттәргә ярашлы, ул мең генә дана сығарылған булған, ул хәҙер бик ҡиммәт. Шуның өсөн уны һаҡлау сараһын да күреү кәрәктер, – тип аҡыл һатты ул.

Хаҡы тураһында һүҙ сыҡҡас, Әғләм менән затлы металл һыныҡтарын һатып алыусы бер-береһенә мәғәнәле генә ҡарашып ҡуйҙы, хатта йөрәктәре өлпөлдәп китте.

Һатып алыусы үҙенең ҡарарын иғлан итте:

– Тәңкәнең ысын икәнлеген иҫбатлау маҡсатында мин бер нисә көнгә тәнәфес алам, концерттағы һымаҡ әйтһәк, антракт. Минән шылтыратыу һәм аҡса тулы дипломат көтөгөҙ.

Дауамы бар.


____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: