-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 19:43

ЕЙӘНДӘРҘӘН ҠАЛЫШМАЙБЫҘ, ТИҘӘР

Нуриман районының Үҙәкләштерелгән китапхана селтәре өлкән йәштәгеләр өсөн «Компьютерҙы үҙләштереү мәктәбе» ойошторған.

Нуриман районының Үҙәкләштерелгән китапхана селтәре өлкән йәштәгеләр өсөн «Компьютерҙы үҙләштереү мәктәбе» ойошторған.

Эш «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә ойошторола. Әле компьютер менән эш итергә Павловка һәм Яңы Күл ауыл биләмәләре пенсионерҙары өйрәнә. Уҡытыу аҙнаһына бер үтә. Өлкәндәрҙән теләгән берәү мәктәпкә яҙыла ала. Уҡытыу түләүһеҙ.

Компьютер менән тотона белеү һәр кемгә кәрәк, сөнки табиптарға яҙылам тиһәң дә, Госуслуги порталын файҙаланырға уйлаһаң да, туған-тыумаса, дуҫ-иш менән социаль селтәрҙәр аша аралашам тиһәң дә, компьютерҙы белеү зарур.

Павловка ауыл китапханаһы китапханасыһы Зөһрә Маликова әйтеүенсә, яңы белемдәр үҙеңә хөрмәтте арттыра, интеллектты күнектерә. Берәүҙәр текст йыйырға, таблицалар төҙөп өйрәнергә теләй, икенселәргә социаль селтәрҙәрҙе үҙләштереү ҡыҙыҡ, өсөнсөләргә кино ҡарау, йыр тыңлау мөһим. Ейәндәрҙән, заман һулышынан ҡалышмаҫҡа тигән ниәттәре лә бар.

Читайте нас в