+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2021, 11:36

ӨФӨНӨ БЕРГӘ МАТУРЛАЙЫҠ

Баш ҡала урамдарын ҡар-боҙҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә бара. Шәмбе-йәкшәмбе ҡала халҡы ла күпләп ҡар таратыуға сыҡты. Ҡар-боҙҙан таҙартылғас, үҙәк урамдар хатта йәйге көндәрҙе хәтерләтә башланы.

Баш ҡала урамдарын ҡар-боҙҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә бара. Шәмбе-йәкшәмбе ҡала халҡы ла күпләп ҡар таратыуға сыҡты. Ҡар-боҙҙан таҙартылғас, үҙәк урамдар хатта йәйге көндәрҙе хәтерләтә башланы.

Ә эш күп. Барлыҡ эште торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә генә йөкмәтеп ҡалдырмаҫтар. Ҡала халҡына ярҙамға күтәрелергә кәрәк, сөнки быйыл баш ҡалабыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итергә әҙерләнә. Уның асылырына өс айҙан да кәмерәк ваҡыт ҡалды. Июндең һуңғы декадаһында Өфө, гөл-сәскәләргә күмелеп, йөҙләп илдән төрлө ҡунаҡтар ҡабул итәсәк.

Әгәр күмәкләп тотонһаҡ, Өфөбөҙ донъяның иң матур ҡалаларының береһенә әйләнәсәк.

«Башинформ» фотоһы.

Читайте нас: