Олег Игнатьев Өфөгә Октябрьскийҙан эшкә тип килә. Эше былай арыу ғына бар.Тик бер көндө уны яуыз бәндәләр ныҡ итеп туҡмап, талап китә. Аҡсаһыҙ, әйберһеҙ, телефонһыҙ ҡала Олег.
Ярай, уларын нисек тә яңынан эшләп алырға була. Һаулығына ныҡ ҡына зыян тейә бит. Уны иптәше ашығыс ярҙам менән дауаханаға оҙата. Әле ул Өфөнөң 21-се дауаханаһында ята.
Егеттең әсәһе Воронежда йәшәй. Улынан бер нисә көн буйы хәбәр ала алмағас, бик ныҡ борсола башлай, илай, кем аша, нисек белешергә тип аптырай. Бер әхирәте «Берҙәм Рәсәй»ҙең ирекмәндәр колл-үҙәгенең телефонын әйтә.
Уларға ҡатын кисә шылтырата, ә бөгөн ирекмәндәр уға улы тураһындағы мәғлүмәтте табып һөйләп тә бирә. Телефон аша әсә менән улды һөйләштерәләр.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙҙең хәстәрлек» берҙәм ирекмәнлек үҙәге етәксеһе Александр Толстых әйтеүенсә, ирекмәндәр Олег менән бәйләнештә тора, кәрәк ярҙамды күрһәтергә әҙерҙәр.
Был хаҡта «Башинформ» яҙа.
Фото: «Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.