Ошо бер тәүлек эсендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең бөтәһе 6 миллион 300 мең һумы алдыҡ юлдар менән бурҙар кеҫәһенә күскән. Быны Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итә.
Бер тәүлектә хоҡуҡ һаҡлау органдарына аҡса урлатыу мәсьәләһе менән 12 кеше мөрәжәғәт иткән. 5 осраҡта уғрылар банк хеҙмәткәре булып шылтыратҡан, 4 кеше – интернет аша тауар һәм хеҙмәттәр алғанда, 2 кеше сауҙа (трейдинг) платформалары хеҙмәткәре тип шылтыратыусыларҙан алданған, ә 1 кешенең социаль селтәрҙәге аккаунтын ватып, шуның ярҙамында аҡсаһын урлауға өлгәшкәндәр.
Телефон аша аҡса тураһында бөтөнләй һөйләшеп тормағыҙ. Үҙенән-үҙе шылтыратып, һеҙгә ниндәй ҙә булһа файҙа килтерәм тигән (етмәһә, бөтөнләй таныш булмаған) кешенең булыуы мөмкинме? Әллә шул. Тәүҙә шул турала уйлап ҡарағыҙ.
Сбербанк, мәҫәлән, бер ваҡытта ла шылтыратмай, ә уның исеменән (картағыҙ хаҡында борсолоп, уғрылар һеҙҙең аҡсаны урларға итә һ.б. тип) шылтыратыусылар – нәҡ уғрыларҙың үҙҙәре. Әллә ниндәй һүҙҙәр менән һеҙҙе ышандырып, үҙҙәре әйткән иҫәпкә аҡса күсертергә итһәләр – былар ҙа бары тик уғрылар һәм башҡа бер кем дә түгел.
Йәнәһе, инвестиция компанияһынан, трейдинг биржаһынан шылтыратып, һеҙгә аҡсағыҙҙы бик отошло итеп урынлаштырыу һәм ҙур проценттар алыу мөмкинлеге тураһында һөйләүселәр ҙә – уғрылар.
Ғөмүмән, таныш булмаған кешеләрҙең шылтыратып банк-фәлән, аҡса, биржа, акция тип һүҙ асыуҙары менән бәйләнеште өҙөргә лә ҡуйырға кәрәк.