Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тажзәхмәт таралыуға ҡаршы саралар тураһындағы указына индергән яңы үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер мәктәп ашханаларындағы урындар 100 процентҡа тултырыла ала.
Ә ата-әсәләргә бынан ары бәләкәстәре тәрбиләнгән балалар баҡсаларына инергә рөхсәт ителә.
Тик 65 йәштән өлкәндәргә, хроник ауырыулы кешеләргә үҙҡурсау режимы 31 мартҡа тиклем һаҡлана.