+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 20:59

БЫЙЫЛҒА САҢҒЫ МЕНӘН ХУШЛАШТЫЛАР

Нуримандың һабантайҙар үткәрә торған яланы ҡыш та буш тормай. Үткән ял унда саңғы миҙгелен ябыу сараһы үтте.

Нуримандың һабантайҙар үткәрә торған яланы ҡыш та буш тормай. Үткән ял унда саңғы миҙгелен ябыу сараһы үтте.

Ул “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендәге саңғы ярышы итеп ойошторолдо.

Спорт байрамында халыҡтың ихлас ҡатнашҡаны, күптәрҙең спортты йәшәү нормаһына әйләндергәне өсөн район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов ҡыуаныуын белдерҙе. “Бухта Кила” ял базаһы сараның партнеры булды.

Ярыштар 12 йәш төркөмөндә үтте, бөтәһе 200 кеше саңғыла уҙышты.

Халыҡ күңелле ял итте, тәмләп сәй эсте.

Читайте нас: