-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 21:39

ИҪКЕ БАЛТАС БАЛАЛАРЫ ТЫУҒАН ЯҒЫ ТАРИХЫН ӨЙРӘНӘ

Иҫке Балтастың Үлмәҫ Шакиров исемендәге 1-се урта мәктәбенең 6 В класы уҡыусылары уҡытыусы Ирина Ханова етәкселегендә тыуған яғын өйрәнә.

Иҫке Балтастың Үлмәҫ Шакиров исемендәге 1-се урта мәктәбенең 6 В класы уҡыусылары уҡытыусы Ирина Ханова етәкселегендә тыуған яҡты өйрәнә.

Уҡыусылар 1755—56 йылғы башҡорт ихтилалы идеологы һәм етәкселәренең береһе Ғабдулла Ғәлиев – Батырша музейында булды. Батырша Ҡарыш ауылында (хәҙерге Балтас районы Үрге Ҡарыш ауылы) тыуған. Музей уникаль экспонаттарға һәм материалдарға бай: унда Батырша хәҙрәттең 80-дән ашыу ҡулъяҙма китабы һаҡлана. Шулай уҡ Батыршаның император Елизавета Петровнаға яҙған данлы хатының күсермәһе лә бар. Экскурсияларҙы музей мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфис Шәйхәйҙәров бик мауыҡтырғыс итеп үткәрә.

Балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса эшмәкәрлек «Мәғариф» милли проектының быйыл башланған «Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» федераль проектына ярашлы үтә.

Читайте нас: