-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2021, 11:59

ТАЖЗӘХМӘТКӘ ҠАРШЫ ВАКЦИНА АЛҒАН ПУТИН ҮҘЕН НИСЕК ТОЯ?

Үткән ике көн ялда Башҡортостанда 217 кеше тажзәхмәт менән ауырып киткән, 7 кеше вафат булған.

Үткән ике көн ялда Башҡортостанда 217 кеше тажзәхмәт менән ауырып киткән, 7 кеше вафат булған.

Хәҙер сауҙа үҙәктәрендә лә вакцина ҡаҙатырға мөмкин. 26 мартта, мәҫәлән, Өфөнөң «Мега», «Планета», «Башкирия», Стәрлетамаҡтың «СитиМолл» сауҙа үҙәктәрендә прививка эшләү үҙәктәре асылған. Улар көндөҙгә 1-ҙән киске 8-гә тиклем, ә ял көндәре иртәнге 10-дан киске 8-се яртыға тиклем эшләй. Опера һәм балет театры бинаһында ла вакцинация бара.

Әлеге көнгә республикала 88 мең кеше тулыһынса прививка алған, ә 125 мең кеше беренсе компонентты ҡаҙатҡан.

23 мартта тажзәхмәткә ҡаршы вакцинаның беренсе өлөшөн ҡаҙатҡан Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. «Россия-1» телеканалына биргән интервьюһында Путин прививканы һул беләгенә ҡаҙатыуы, бер нисә сәғәттән бер аҙ дискомфорт тойоуы тураһында әйтте. Ул өс көнгә спорт менән шөғөлләнеүен туҡтатып торған һәм, «ул-был булып ҡуйһа» тип, үҙе менән градусник йөрөткән.

Путин фекеренсә, тажзәхмәттән вакцина алыу мөһим, прививканы яһатыу үҙеңде ышаныслы тойоу һәм ауырыуҙың ауыр эҙемтәләренә тарымау өсөн кәрәк.

Президент йәй аҙағына Рәсәйҙә пандемия арҡаһында индерелгән сикләүҙәрҙең алыныу ихтималлығы тураһында белдерҙе. Август аҙағына популяцион иммунитет яһалып өлгөрөр, ти Путин, тик бының өсөн халыҡтың 70 проценты вакцина ҡаҙатырға тейеш.

Читайте нас: