+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2021, 11:15

21-СЕ ДАУАХАНАЛА КОМПЬЮТЕРҘАР ПАРКЫ ЯҢЫРТЫЛҒАН

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы 417 яңы компьютер алған.

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы 417 яңы компьютер алған.

Баш табип Ринат Нагаев дауахана менән уның поликлиникаларындағы табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының компьютерҙары алмаштырыласағы тураһында белдергән.

«Яңы аппараттар республика медицина мәғлүмәт системаһында эшләү өсөн бөтә талаптарға яуап бирә һәм тиҙ арала эш урындарына ҡуйыласаҡ», – тигән баш табип.

Компьютер паркы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы базаһында һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм цифрлы контур булдырыу» программаһы ярҙамында яңыртылған.

Читайте нас: