+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2021, 10:59

АСҠЫН БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫН ҠАБУЛ ИТӘСӘК

Асҡын мәҙәниәт һарайы быйыл йәй Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәһе майҙандарҙың береһе буласаҡ. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Асҡын мәҙәниәт һарайы быйыл йәй Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәһе майҙандарҙың береһе буласаҡ. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Ул мәрхүм хакимиәт башлығы Ришат Дихинды ерләү уңайынан Асҡынға барғайны. Район үҙәгендә ремонтлап бөтөлмәгән мәҙәниәт һарайын күреп ҡайтҡан һәм, кәрәк тиклем финанслап, йүнәтеү эштәрен тиҙ арала ослап, уны ҙур байрам үтәсәк майҙансыҡтарҙың береһенә әйләндерергә тәҡдим итергә булған.

"Башинформ" фотоһы.

Читайте нас: