+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2021, 20:04

Бәхәсләшә белмәһәң – штраф

Социаль селтәрҙә берәйһен кәмһетһәң, хурлаһаң, әрләһәң, штраф язаһы алыуың да бар. Ишембай ҡалаһында йәшәгән 44 йәшлек бер ханым икенсеһе менән “ВКонтакте” селтәрендә эләгешеп китәләр.

Социаль селтәрҙә берәйһен кәмһетһәң, хурлаһаң, әрләһәң, штраф язаһы алыуың да бар. Ишембай ҡалаһында йәшәгән 44 йәшлек бер ханым икенсеһе менән “ВКонтакте” селтәрендә эләгешеп китәләр.

Улар икеһе лә бер төркөмдә торған була. Төркөмдәге бәхәсле һорау тирәһендә һүҙҙәре ҡуйырып, бер-береһе менән һүҙ көрәштерә башлайҙар. 44 йәшлек ханым төркөмдәшен һүгенеү һүҙҙәре менән әрләргә тотона. Ә тегеһе уның өҫтөнән судҡа ялыу бирә. Административ эш ҡуҙғатыла. Мировой судья телен тыя алмаған ханымға 3 мең һум штраф һала.

Читайте нас: