+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2021, 10:37

БАНК ҺАТЫУ ИТЕҮ ӨСӨН ОНЛАЙН ВИТРИНА ТӘҠДИМ ИТӘ

Россельхозбанк үҙенең “Свое Фермерство” экосистемаһында түләүһеҙ иғландар сервисын асҡан. Ул шәхси хужалығын үҫтергән Рәсәй эшҡыуарҙарына файҙалы була ала. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итә.

Россельхозбанк үҙенең “Свое Фермерство” экосистемаһында түләүһеҙ иғландар сервисын асҡан. Ул шәхси хужалығын үҫтергән Рәсәй эшҡыуарҙарына файҙалы була ала. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итә.

Онлайн витринала продукцияһын һатырға йә алырға, техника һатып алырға, ерҙе ҡуртымға алыусы табырға мөмкин.

Россельхозбанктың онлайн витринаһында Камчатка ҡыярҙары, Мәскәү өлкәһенән кролик ите, Бурятия алмағас үҫентеләре, тотонолған техника һәм башҡа бик күп нәмә һатыла.

Был майҙансыҡта эшләү өсөн Свое Фермерство порталында электрон почта йә телефон номеры буйынса теркәлергә, тауарҙың фотоһын өҫтәп, карточкаһын тултырырға кәрәк.

Иғландар 12 категория буйынса төркөмләнә: әҙер бизнес, әҙер продукция, мал-тыуар, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер, изоляттар/концентраттар/текстураттар, мал аҙығы, ҡорамалдар, орлоҡ, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, техника, ашламалар, хеҙмәттәр. Ә «һатып алам» тигән бүлектә үҙең эҙләгән тауарҙы һорап яҙырға була.

Читайте нас: