+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2021, 20:33

”МИРАҪ”ТЫ ШАРДЖАҒА САҠЫРҒАНДАР

3 апрелдән 10-ына тиклем «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Шарджа ҡалаһында XVIII «Мираҫ көндәре» фестивалендә йөрөйәсәк. Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

3 апрелдән 10-ына тиклем «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Шарджа ҡалаһында XVIII «Мираҫ көндәре» фестивалендә йөрөйәсәк. Был турала “Башинформ” хәбәр итә.

Йыл да үткәрелә килгән был фестивалде Шарджа ҡалаһы әмире, Юғары совет ағзаһы Солтан III бин Мөхәммәд әл-Ҡасими бағыусылығындағы Мираҫ институты ойоштора.

“Башинформ” ансамбль директоры Байрас Ишбирҙиндең һүҙҙәрен дә килтерә: “Былтыр был фестивалгә саҡырылған инек, әҙерләнә лә башлағайныҡ, ләкин пандемия арҡаһында барып булманы. Килешеү көсөндә ҡалды, һәм быйыл ойоштороусылар беҙҙе фестивалдә ҡатнашырға саҡырҙы. Уларҙың вәкилдәре бөтә сығымдарҙы – юл хаҡын, йәшәү, ашау хаҡын – үҙ өҫтөнә алды һәм донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле бөтә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеүҙе гарантиялай”.

Фестивалдә Рәсәй, Ҡаҙағстан, Беларусь, Черногория, Һиндостан, Испания, Төньяҡ Македония, Болгария, Ливан, Ираҡ, Сүриә, Тажикстан, Йемен Республикаһы һәм башҡа илдәр вәкилдәре ҡатнаша.


Читайте нас: