-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 23:09

БАЛАЛАРҘЫ КИЛӘСӘК ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫНА ӘҘЕРЛӘЙҘӘР

Күптән түгел Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы 2-се урта мәктәбе базаһында "Башҡортостан Кванториумы" мобиль технопаркын асыу тантанаһы булды.

Күптән түгел Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылы 2-се урта мәктәбе базаһында "Башҡортостан Кванториумы" мобиль технопаркын асыу тантанаһы булды.

– Кванториум дәрестәре өсөн бөтәһе лә әҙер, – ти мәктәп директоры Мәүлиҙә Зәйнәғәбдинова. – Беҙгә технопарк дәрестәренә хатта Бөгөлсән менән Яҡшымбәттән дә балаларҙы алып киләсәктәр. Урын да, ваҡыт та бөтәһенә лә етә.

Директор әйтеүенсә, технопарк һәйбәт йыһазландырылған, һәр кабинетта тиерлек интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар бар.

Мобиль технопарк уҡытыусылары квантумдар буйынса күнекмә йүнәлештәре тураһында һөйләне: "Геоквантум" – геомәғлүмәт технологияларына, "Аэроквантум" – пилотһыҙ осоу аппараттары менән эш итеүгә, "Робоквантум" робототехникаға өйрәтә.
Кванториум "Мәғариф" милли проектының "Һәр баланың уңышы" тигән төбәк проекты сиктәрендә эшләй.

Читайте нас в