Сибайҙың «Әкиәт» балалар баҡсаһы етәксеһе Наталья Фәттәхова Лев Выготский исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсында «Мөдир» номинацияһында еңеүсе булған.
Был номинацияла 410 кеше ярышып, уныһы еңеү яулаған.
Башҡортостандан педагог һәм менеджер Фәттәхова идара итеү оҫталығын, һөҙөмтәле команда туплау ысулдарын, технологияларын һәм инструменттарын күрһәткән. Конкурсты Рыбаковтар ғаиләһе хәйриә фонды ойошторған.