Рәсәй Президенты Владимир Путин «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3 процентын Башҡортостан Республикаһы милкенә бирергә, ә 11,7% плюс бер акцияны уның ышаныҡлы идаралығына тапшырырға ҡарар итте. Тимәк, бынан ары предприятие эшмәкәрлегенә һәм артабанғы үҫешенә республика үҙе идара итәсәк.
Был ҡарарын Владимир Путин 31 мартта Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмәлә әйтте. Ул республиканан компания эшмәкәрлегенә һөҙөмтәле идара итеү көтә, шулай уҡ халыҡ өсөн эш урындарын һәм эш хаҡтарын һаҡлап ҡалыуҙың мөһимлеген белдерә.
Владимир Путин РФ Хөкүмәте менән БР Хөкүмәте араһында тейешле килешеүҙе төҙөргә, унда предприятиеның эшмәкәрлек пландарын, төп күрһәткестәрен билдәләргә, дәүләт милкенә идара итеүгә контроль механизмдарын билдәләргә ҡушты.