+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 09:46

ЙОРТТАРҘЫҢ ҠЫЙЫҒЫН КЕМДӘР ЙҮНӘТӘ?

Башҡортостанда быйыл ҡыйығына ремонт яһалған күп фатирлы 393 йорттоң 62-һендә фатирҙарға һыу төшөп, 377 фатир зыян күргән. 48 осраҡта эш барғанда уҡ һыу аҡҡан. Ә былтыр файҙаланыуға тапшырылған объекттарҙа фатирҙарға һыу үтеү тураһында 14 кенә ялыу алынған булған.Был хаҡта, БР Төбәк операторы хәбәренә нигеҙләнеп, “Башинформ” яҙа.

Башҡортостанда быйыл ҡыйығына ремонт яһалған күп фатирлы 393 йорттоң 62-һендә фатирҙарға һыу төшөп, 377 фатир зыян күргән. 48 осраҡта эш барғанда уҡ һыу аҡҡан. Ә былтыр файҙаланыуға тапшырылған объекттарҙа фатирҙарға һыу үтеү тураһында 14 кенә ялыу алынған булған.

Был хаҡта, БР Төбәк операторы хәбәренә нигеҙләнеп, “Башинформ” яҙа.

Зыяндың хаҡы ҡаплана, ҡайһы бер эштәр судтарға барып етә.

Фатирҙарға һыу үтеүҙең төп сәбәбе – эште дөрөҫ ойоштормау. Подрядсы, ҡар-ямғыр яуамы-юҡмы, тотош ҡыйыҡты һүтеп ташлай. Яуым-төшөмдән, әлбиттә, фатирҙарға һыу үтә.

Ҡыйыҡтарға өйөлгән ҡарҙы, ҡатҡан боҙҙо аҡтарабыҙ тип, йортҡа идара итеү компаниялары хеҙмәткәрҙәре лә япманы эштән сығарып, тимер лом һәм көрәктәр менән тишеп ҡуйғылай икән.

Ә ҡар-боҙҙан таҙартмаған осраҡта, йорт сарҙағында температура режимы боҙолоп, быуланыу барлыҡҡа килә, ул да фатирҙарға ағып төшә. Йә ҡыйыҡта йыйылған һыуҙы ергә ағыҙа торған торбаларға ҡар-боҙ тулып, һыу аҫҡа аҡмай һәм йәнә фатирҙарға үтә.

Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыйыҡ ремонтлау мәсьәләһенә етди иғтибар йүнәлтте. Капиталь ремонт менән шөғөлләнгән компанияларҙан намыҫһыҙ эшләгән “Стройресурс”ты телгә алды ул. Был ойошма 2020 йылда үткәрелгән тендерҙа еңгән дә эшләү өсөн субподрядсылар эҙләргә тотонған, сөнки үҙенең бер эшсеһе лә, техникаһы ла юҡ икән. Тик бер ойошма ла уның шарттарына күнеп, субподрядҡа ялланырға теләмәгән. Бындай осраҡта аҡсаның күп өлөшөн үҙенә ҡалдырып, әҙ генә хаҡҡа ситтән эшселәр ялларға тырыша бит ҡағыҙҙағы предприятиелар.

“Стройресурс” етәкселеге урамдан тигәндәй 15 кеше йыя. Үткән йәй Стәрлетамаҡта был “шәп эшселәр” 11 йорттоң ҡыйығын аҡтарып ташлай, бер объекттан икенсеһенә йүгереп йөрөйҙәр, йәнәһе, бөтәһендә лә эш бара. Ямғырҙа был йорттарҙағы фатирҙарға һыу үтә. Ремонт иһә октябрь-декабргә тиклем бара. Эш сифаты ла бик түбән була. Компания бөтәһе 195 фатирға зыян килтерә, 31-енә зыян хаҡы әле һаман түләнмәгән.

Иң ҡыҙығы шул, ти Радий Хәбиров, “Стройресурс” 2021 йылға ла ҡыйыҡтар ремонтлауға 800 миллион һумлыҡ тендерҙы отҡан.

“Стройресурс” менән бергә эш иткән “Стандарт-строй” ҙа үҙ яуапһыҙлығын өҫтәгән. Бер йорттоң ҡыйығын һүткән, ул ай ярым буйы ямғыр аҫтында ҡыйыҡһыҙ ултырған.

Радий Хәбиров кәңәшмәлә, ремонт эштәрен үткәреүгә конкурс процедураларының тик насар һөҙөмтәләргә килтереүен билдәләп, тәжрибәле төҙөлөш компанияларын йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.

Читайте нас: