-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 09:59

БАШҠОРТОСТАН ШӘКӘР ЕТЕШТЕРЕҮҘЕ АРТТЫРАСАҠ

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта башлағас, Рәсәй хөкүмәте шәкәр хаҡын арттырыуҙы тыйғайны (1 июнгә тиклем). Хәҙер ул шәкәр етештереүселәргә 1 апрелдән башлап компенсация түләргә йыйына икән, йәғни шәкәрҙе сауҙа селтәренә нығытылған хаҡҡа (күмәртәле хаҡы 1 кг – 36 һум, ваҡлап һатыу хаҡы 46 һумдан артмай) һатҡан заводтарға килоһына 5 һум иҫәбенән түләү вәғәҙә ителгән.

Башҡортостанда шәкәр күп етештерелә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы етештереү күләмен тағы ла арттырыу планын ҡуйған.

Беҙҙә Шишимә һәм Раевка шәкәр заводтары эшләй. Әле икеһендә лә модернизация бара. Ул тамамланғас, һәр береһе тәүлегенә 6-шар мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртә аласаҡ. Һуңғы ваҡытта был һан икеһенә бергә 9 мең тонна булған.

Министр Илшат Фазрахманов сөгөлдөр игеүгә арналған кәңәшмәлә сөгөлдөр баҫыуҙарын арттырыу, һәр заводта 150-шәр мең тонна шәкәр етештерергә планлаштырыуҙары тураһында һөйләгән. Башҡортостандың ихтыяжы – йылына 91 мең тонна. Тимәк, шәкәрҙе башҡа яҡтарға һатыуҙы арттырыу мөмкинлеге киңәйә.

Былтыр республикала шәкәр сөгөлдөрө 26 мең гектарҙа үҫтерелгән. Быйыл 35 мең гектарға сәсергә йыйыналар. Министр киләһе йылдарҙа сәсеү майҙандарының тағы ла арттырыласағын әйткән.

Читайте нас в