-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 10:20

ЕЙӘН-ЕЙӘНСӘРҘӘРЕГЕҘҘЕ КӨТӘҺЕГЕҘМЕ?

Башҡортостанда ата-әсәләрҙең 30 проценты балаларын йәйге каникулға ауылға өләсәй-олатайҙарына ебәрергә йыйына.

Башҡортостанда ата-әсәләрҙең 30 проценты балаларын йәйге каникулға ауылға өләсәй-олатайҙарына ебәрергә йыйына.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы балаларҙың каникулы тураһында һорашыу үткәргән. Унда 1700 кеше ҡатнашҡан: 62 проценты – ҡаланыҡылар, ҡалғаны – ауыл кешеләре.

Һорашыуҙа ҡатнашҡандарҙың 43 проценты балаларын өйҙә ултыртырға йыйына, 30 проценты – ауылға, үҙҙәренең ата-әсәһенә, 20 процент лагерға ебәрергә план ҡора. Тик 2,2 процент ҡына балаларын диңгеҙ буйына ялға ебәрергә ниәтләй.

Йәйге лагерҙар тураһында ла һорашыу үткәрелгән. Ата-әсәләр республикала «English сamp», «Иннополис»», «Артек», «Самородово» кеүек лагерҙар асылыуын, һис юғында «Ал елкәндәр» лагерының ҡабат эшләй башлауын теләй икән.

Читайте нас в