+13 °С
Болотло
Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы «Ҡырым Кадры» Бөтә Рәсәй этнографик фильмдар фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы тип танылды, тип хәбәр итә «Башинформ».
Фестиваль 26-28 мартта Симферополдә үткән. Конкурс программаһында Рәсәйҙең 15 төбәгенән 35 эш ҡатнашҡан.
Фестивалде 2018 йылдан бирле Ҡырым Республикаһының Милләт-ара мөнәсәбәттәр эштәре буйынса дәүләт комитеты булышлығында «Одиссей» фән, мәҙәниәт һәм кино үҫешенә ярҙам фонды үткәрә.