+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 18:57

БАҠАЛЫ СЫРЫНЫҢ ЭЛЕККЕ ДАНЫН ҠАЙТАРАЛАР

Үткән аҙнала Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында Агросәнәғәт форумы һәм «АгроКомплекс» халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе үтте. Фермер продукттары йәрминкәһендә Башҡортостандың 70-тән ашыу етештереүсеһе ҡатнашты.

Улар араһында "Бакалы" ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы менән "Партнер" ауыл хужалығы ҡулланыусылар тәьминәт-һатыу кооперативы ла бар ине.
Баҡалы етештереүселәре продукцияһы менән танышҡанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Партнер»ҙың етәксеһе Радик Нәбиев менән аралашты. Радик Нәбиев менән Юрий Трофимов былтыр Баҡалы сырын етештереүҙе тергеҙгәйне.

Эште улар «Партнер» коорперативын ойоштороуҙан башлаған. Шунан Баҡалы сыр заводының элекке һөт цехы бинаһын, кәрәкле ҡорамалдар һатып алғандар. Уларға «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ» милли проектының «Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү» федераль программаһы ярҙамға килә.
Агросәнәғәт форумында «Партнер» кооперативы коллективы «Голланд» ярымҡаты сыры өсөн «Иң яҡшы продукт» конкурсының I дәрәжә дипломы һәм алтын миҙал менән наградланды.

Читайте нас: