Хәйбуллала балаларға бәләкәйҙән һөнәр һайлай башларға «ПроеКТОриЯ» асыҡ дәрестәр циклы булышлыҡ итә.
Ул «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» тигән федераль проекты сиктәрендә эшләй. «Шоу профессий» тип аталған проект балаларға Рәсәйҙә ҙур һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр тураһында күңелле һәм аңлайышлы итеп һөйләй.
Дәрестәр Рәсәй Мәғариф министрлығының Вконтакте селтәрендәге рәсми аккаунтында (vk.com/minprosvet), Проекттың рәсми сайтында (шоупрофессий.рф) һәм YouTube платформаһындағы рәсми каналында (https://с 1 ck.гu/TK59L) бара.
29 мартта «Иретеп йәбештереүсе һөнәре» темаһына онлайн-дәресте Хәйбулла районындағы 2810 уҡыусы ҡараған. Төрлө йәштәге балалар иретеп йәбештереүсе һөнәре менән танышҡан, металдан ҡатмарлы конструкциялар эшләү оҫталары һәм уларҙың төҙөлөш, энегетика, нефть эшкәртеү сәнәғәте, караптар төҙөү, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа кәрәкле хеҙмәте тураһында мауыҡтырғыс сюжеттар ҡараған.
Район мәктәптәрендә балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү буйынса төрлө саралар бара. Мәҫәлән, Подольск, Аҡъярҙың 1-се урта мәктәптәрендә төрлө һөнәр эйәләре менән осрашыуҙар үткән.