Рәсәйҙә пенсия йәшен күтәреү тураһында закон сыҡҡас, өлкән йәштәгеләрҙең байтағы эш табыу мәшәҡәтенә юлыҡты. Былтыр Балаҡатай районында «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» программаһы пенсияға сығыр ваҡыты етеп килгән өс кешегә ярҙам итте.
Улар маникюр, педикюр оҫтаһы, һаҡсы профессияларына уҡып сыҡты. Белем биреү сертификаттары буйынса был өсәүҙең уҡыу хаҡы 20 мең һумға төштө. Яңы һөнәр үҙләштергәс, улар шәхси компанияларға эшкә урынлашты.
«Демография» милли проекты пенсияға сығыр ваҡыты етеп килгән кешеләргә эше буйынса өҫтәмә белем алырға йә яңы һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Милли проект сиктәрендә улар бушлай белем ала.