Ошо көндәрҙә Market.CNews ИТ-маркетплейсы ERP-системаларҙың Рәсәйҙә быйылғы беренсе рейтингын баҫып сығарҙы. Рәсәйҙә иҫәп-хисапты һәм идаралыҡты автомалаштырыу өсөн тәғәйенләнгән иң яҡшы 10 корпоратив мәғлүмәт системаһы асыҡланған.
ERP-системалар – ул предприятиеға үҙенең эшмәкәрлеген һәм ресурстарын оптималләштереүгә ярҙамлашҡан аҡыллы мәғлүмәт системалары. Ғәҙәттә ERP-системалар модуль принцибы буйынса төҙөлә һәм компания эшмәкәрлегенең бөтә төп процестарын солғай.
Был тәғәйенләнештәге системалар араһында Башҡортостандың Lexema-ERP эшләнмәһе бишенсе урынды алған. Lexema-ERP — предприятиеға идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы.
«Беҙҙең илдә ERP баҙары ярайһы уҡ тиҙ үҙгәрә. Рәсәй ERP системалары мөмкинлектәрен һиҙелерлек үҫтерҙе, улар импортты алмаштырыу сәйәсәтенә тап килә һәм, әлбиттә, сит ил аналогтарына ҡарағанда Рәсәй ҡануниәте һәм баҙары үҙенсәлектәрен юғарыраҡ дәрәжәлә иҫәпкә ала. Был факторҙар ватан ERP-системаларына һорауҙың үҫеүенә килтерә. Был CNews рейтингында ла сағылды. Беҙҙең компания эре предприятиелар һәм күп профилле холдингтар өсөн идара итеү системаларын эшләүҙә махсуслаша. Lexema-ERP һәр компанияның үҙенсәлектәренә еңел яраҡлаша, ыңғай тәжрибәне һаҡлай. Үҙ проекттарыбыҙҙа беҙ яңы технологик ысулдарҙы, мәҫәлән, яһалма интеллектты һәм бизнес процестарын роботлаштырыуҙы киң ҡулланабыҙ», – ти Лексема компанияһы директоры Виктор Тимошин.