«Орлан» рельс автобусы 2 апрелдә Өфө — Күмертау маршруты буйынса беренсе рейсын яһаны. Юлға киткән ваҡыт ике тапҡыр ҡыҫарып, 3 сәғәт 50 минут тәшкил итә. Поезд Дим, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Мәләүез станцияларында туҡтай.
Тиҙҙән был поезға ултырыу өсөн «Алға» транспорт картаһын ҡулланып буласаҡ.
Тағы бер уңайлыҡ барлыҡҡа килергә тора. Башҡортостан Башлығы әле Apple смартфондарында «Алға» ҡушымтаһы булдырыу тураһында Apple компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып барылыуы тураһында хәбәр итте. Ул сағында юл хаҡын телефон аша сканлап түләйһең дә ултырып та китәһең. «Рәсәйҙә әлегә бындай юҡ, башҡа төбәктәр Apple менән һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был мәсьәләлә беҙ алға сығып киттек һәм илдә беренсе буласаҡбыҙ», — ти Радий Хәбиров.